

27 мартта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе, Союз дәүләтенең Министрҙар Советы Рәйесе Михаил Мишустин Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән берлектә Союз дәүләтенең Министрҙар Советы ултырышын үткәрҙе.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында 26-28 июндә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х Форумы тураһында айырым мәғлүмәт бирелде.
- Июндә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең юбилей форумы уңышына иҫәп тотабыҙ. Ул яңы файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн яҡшы мөмкинлек буласаҡ. Перспективалы яңы проекттарҙың да эшләй башлауына ышанам, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Мишустин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы ике ил төбәктәре, бизнесы һәм ойошмалары араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын РФ Федерация Советы һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы ҡанаты аҫтында үткәрелә. 2022 йылда Форум Белоруссия Республикаһының Гродно ҡалаһында уҙҙы.
Быға тиклем форум Рәсәйҙә тик Сочиҙа (2015 йыл), Мәскәүҙә (2017 йыл) һәм Санкт-Петербургта (2019 йыл) уҙҙы.

