Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Март 2023, 06:48

Баш ҡалабыҙға Өфө Шаляпин үҙәгенең абруйлы ҡунаҡтары килде

23 мартта Өфөгә Өфө Шаляпин үҙәгенең абруйлы ҡунаҡтары - Мәскәү консерваторияһы профессоры Николай Кузнецов һәм Рәсәй-Америка режиссеры Әминә Жаман килде.

Баш ҡалабыҙға Өфө Шаляпин үҙәгенең абруйлы ҡунаҡтары килдеБаш ҡалабыҙға Өфө Шаляпин үҙәгенең абруйлы ҡунаҡтары килде
Баш ҡалабыҙға Өфө Шаляпин үҙәгенең абруйлы ҡунаҡтары килде

Башҡорт опера һәм балет театрында Әминә Жаман театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтовҡа Рудольф Нуриевтың һирәк осраған афишалары күсермәләрен тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 

Тамашасыларға улар тәүге тапҡыр 2022 йылдың сентябрендә ГИТИС-тың уҡыу залында уҙған «Сол Юрок - импресарио» конференцияһында тәҡдим ителде. Хәҙер был афишалар - Башҡорт опера һәм балет театры музейының лайыҡлы экспонаттары. 

Режиссер һәм драматург Әминә Жаман 15 йылдан ашыу ғүмерен Америка, Европа архивтарында һәм фондтарында балет оҫтаһы, бөйөк бейеүсенең ижадын өйрәнеүгә бағышлаған. Уның дуҫтары һәм коллегалары - Михаил Барышников, Фәрух Рузиматов, Андрис Лиеп менән осрашҡан. Һуңынан ул Рудольф Нуриев һәм уның легендар партнёры Марго Фонтейн тураһында пьеса яҙған.

Нуриевтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Ә.Жаман, бөйөк бейеүсенең юала сағы үткән ҡаланы күреп ҡайтыр өсөн Өфөгә килә. Бында ул үҙенең уникаль хеҙмәттәре менән дә бүлешеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. 

Кис ҡунаҡтар Ф.И.Шаляпиндың репертуарынан булған Ж. Массненың "Дон Кихот" операһын ҡараны. Шулай уҡ  һәм режиссер, опера артистары менән аралашты.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас