Новости
23 Март 2023, 11:30

Өҫтәмә ял көнө

Апрелдә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә. Был йома, 21 апрелдә, Ураҙа байрамын билдәләүгә бәйле, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән...

Өҫтәмә ял көнөӨҫтәмә ял көнө
Өҫтәмә ял көнө

Апрелдә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә. Был йома, 21 апрелдә, Ураҙа байрамын билдәләүгә бәйле, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Шулай итеп, өс көн рәттән - 21, 22, 23 апрелдә ял итәбеҙ.

22 мартта ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башланды. 21 апрель — Ураҙа ғәйете.

Шаршамбы, 28 июндә, республикала йәшәүселәрҙе Ҡорбан байрамына бәйле йәнә бер өҫтәмә ял көнө көтә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас