

Редакция коллективы 2023 йылдың икенсе яртыһына район баҫмаһына яҙылыусылар араһында "Һаҡмар"ға яҙыл һәм бүләк от!" акцияһы иғлан итә.
Йылдағыса, уйын 3 этапта үткәрелә.Уның тәүгеһе - 21 марттан 9 апрелгә, икенсеһе - 9 апрелдән 1 майға, өсөнсөһө 1 майҙан 1 июнгә тиклем ойошторола.Һәр этапҡа айырым йомғаҡ яһап барыла.Гәзиткә ошо осорҙа яҙылыусылар ҡаҙ бәпкәләре (Г.Байрамғолова КФХ-һы), иген культуралары, сертификаттар һәм "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң ҡиммәтле приздарына лайыҡ буласаҡ.
Бынан тыш, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ауыл биләмәләре, йәмәғәт ойошмалары һәм китапханасылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында "Һаҡмар"ҙы - һәр йортҡа!" конкурсын иғлан итә.Унда еңеүселәр дипломдар, аҡсалата сертификаттар һәм приздар менән бүләкләнәсәк.
Башланыҡ!Шәп приздар кемгә эләгер икән?