Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Март 2023, 09:20

Ял көндәренә һауа торошо

Иртәгә урыны менән бер аҙ епшек ҡар, ҡар яуыуы фаразлана...

Ял көндәренә һауа торошоЯл көндәренә һауа торошо
Ял көндәренә һауа торошо

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 17 мартта, башлыса яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +5, +10 градус.

Шәмбе, 18 мартта, урыны менән бер аҙ епшек ҡар, ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 0, -5, көндөҙ 0, +5.

Йәкшәмбе, 19 мартта, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, -8 градус, урыны менән 13 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -3, +2 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас