Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2023, 14:45

Рәсәй Геройына

Шулай уҡ һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына айлыҡ аҡсалата түләү исем бирелгән көндән башлап автоматик рәүештә тәғәйенләнә...

Рәсәй Геройына
Рәсәй Геройына

Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа ҡануниәткә ҡабул иткән төҙәтмәләргә ярашлы, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһы Геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройҙарына һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына, шулай уҡ һәләк булған геройҙарҙың ғаилә ағзаларына айлыҡ аҡсалата түләү исем бирелгән көндән башлап автоматик рәүештә тәғәйенләнә.

«Илебеҙ көслө, имен булһын өсөн ғүмерҙәрен аямаған геройҙар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ, ғаризаһыҙ үҙҙәренә тейешле түләүҙәрҙе алырға тейеш», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Закон проекты буйынса, ай һайын геройҙарға һәм Дан орденының тулы кавалерҙарына — 83 мең һумдан, Социалистик Хеҙмәт, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройҙарына һәм Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙарына 61 мең һумдан ашыу аҡса түләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҡса алыу өсөн геройҙарға йәки уларҙың ғаилә ағзаларына Пенсия һәм социаль страховкалау фондына мөрәжәғәт итеп, ғариза, кәрәкле документтар тапшырырға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: