Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Март 2023, 15:05

"Мир" картаһы аша

Почта элемтәһе бүлексәләре йәки айлыҡ пособиелар таратыу менән шөғөлләнгән башҡа ойошмалар аша аҡса алыусыларға элекке график буйынса түләнә...

"Мир" картаһы аша
"Мир" картаһы аша

2023 йылдың 1 ғинуарынан "Милли түләү системаһы тураһында" федераль законға үҙгәрештәр көсөнә инде. Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, производствола бәхетһеҙ осраҡтан зыян күргәндәргә һәм һөнәри сирҙәр менән яфаланғандарға айлыҡ түләүҙәрҙе күсереү өсөн "Мир" милли түләү системаһының банк картаһын юлларға кәрәк.

«Был талап милли түләү инструменттарын ҡулланмайынса банк иҫәбенә ай һайын страховка түләүҙәре алыусыларға ғына ҡағыла», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Почта элемтәһе бүлексәләре йәки айлыҡ пособиелар таратыу менән шөғөлләнгән башҡа ойошмалар аша аҡса алыусыларға элекке график буйынса түләнә.

Банкта «Мир» картаһын асҡандан һуң, иҫәптең яңы реквизиттарын Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан райондарындағы һәм ҡалаларындағы бүлексәләренә тапшырырға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: