+5 °С
Болотло
1 апрелдә Башҡортостанда баланы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Был хаҡта республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин хәбәр итте.
"1 апрелдән мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән (йәғни йәшәгән урын буйынса) балаларҙың ата-әсәләре беренсе класҡа ғариза яҙырға мөмкин. Башҡалар 6 июлдән алып мәктәптә буш урындар бөткәнсе ошондай хоҡуҡҡа эйә, ләкин ағымдағы йылдың 5 сентябренән дә һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк", — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.
Ғаризаны Госуслуги, заказлы хат менән йәки мәктәпкә килеп тапшырырға була.