+4 °С
Болотло
Афарин, Баймаҡ көрәшселәре!
Беҙҙең көрәшселәр Ҡазан ҡалаһында үткән ошо спорт төрө буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашты. Ярышта илебеҙҙең утыҙ төбәгенән өс йөҙҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Улар араһында баймаҡтар ҙа бар ине.
Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең егеттәр бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Шулай итеп итеп, үҙ ауырлыҡ төркөмдәрендә Фәнзил Байрамғолов (тренеры В. Нәбиев) көмөш миҙалға, Мансур Ҡунысбаев (тренеры Б. Миңлебаев) шулай уҡ көмөш миҙалға, Илсур Атанғолов (тренеры С. Намазкаев) бронзаға лайыҡ булды. Афарин, егеттәр!
Тотош Башҡортостандың намыҫын илебеҙ кимәлендә лайыҡлы күрһәтә алған, еңеүҙәргә лайыҡ булған көрәшселәребеҙгә һәм уларҙың тренерҙарына киләсәктә лә ҙур уңыштар теләйбеҙ!