+5 °С
Болотло
Башҡортостанда туризмды үҫтереү йүнәлешенә ҙур иғтибар бирелә. Ә бына Бөрйән районында үткән үҙенсәлекле сара үҙ эсенә милли тарихыбыҙҙы йәғни “Урал батыр” эпосын популярлаштырыу, уны киң таратыуҙы ла үҙ эсенә алды. Милли спорт ярыштары “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығының үҙәк утарында “Урал батырҙың ҡышҡы уйындары-2023” исеме аҫтында үтте.
Сарала "Ылаҡ" уйыны, “Ауҙарыш” конкурсы, йәйәнән уҡ атыу буйынса көс һынашыу, суҡмар ырғытыу, арҡан тартыш, балалар өсөн төрлө бәйгеләр үткәрелде. Алдан уҡ иң мәргән уҡсыға тай вәғәҙәл ителгәйне. Шулай итеп, “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығының төп бүләге – тай – йәйәнән уҡ атыу буйынса чемпион, Баймаҡ районы егете Тимур Өмөтбаевтың өлөшөнә яҙған булып сыҡты. Афарин, Тимур!