+4 °С
Болотло
Урғаҙа-Янғаҙы-Ишмөхәмәт ҡасаба-ара газ үткәргесен төҙөү эштәре башлана.Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, объекттың подрядсыһы булған "Спец ППКС" ЯСЙ-һы тарафынан кәрәкле техника һәм төҙөлөш материалдары килтерелгән.
15 километрға һуҙыласаҡ трассаны төҙөүҙе май аҙағына тамамлау күҙ уңында тотола.Артабан инде Янғаҙы һәм Ишмөхәмәт ауылдары урамдарына газ үткәргесе һалына башлаясаҡ.