Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март , 10:50

Президент үҙе тапшырҙы!

Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында "Герой-әсә" исемен тергеҙеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы...

Президент үҙе тапшырҙы!
Президент үҙе тапшырҙы!

Яҡташыбыҙ Альбина Хәйҙәршина «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булды. Награданы 8 мартта ил Президенты Владимир Путин тапшырҙы. Ул республикала - беренсе, ә Рәсәйҙә унынсы булып ошо абруйлы исем менән бүләкләнде.

Альбина Хәйҙәршина – Балтас районынан. Хәләл ефете Винер менән 13 бала тәрбиәләйҙәр. 2014 йылда Владимир Путин Хәйҙәршиндәрҙең ишле ғаиләһенә "Ата-әсәлек даны" орденын тапшырғайны.

Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында "Герой-әсә" исемен тергеҙеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был исем 1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған. Юғары награда илебеҙҙең 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарына бирелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в