+5 °С
Болотло
Республика Башлығы Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 17 ҡатын-ҡыҙҙы "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләү тураһында Ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Барыһы Башҡортостандан 17 ҡатын-ҡыҙ наградаға тәҡдим ителгән. Улар араһында баймаҡтар ҙа бар. Әсәйҙәребеҙ награданы алғас, беҙ улар тураһында тулы мәғлүмәт бирербеҙ.
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә бер тапҡыр 50 мең һум аҡса бирелә. Быға тиклем ошо түләүҙең күләме 17 241 һум ине.