Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март , 22:04

"Салауат" плей-оффты еңелеүҙән башланы

"Салауат Юлаев" командаһы "Адмирал"дан 1:2 иҫәбе менән отолдо

"Салауат" плей-оффты еңелеүҙән башланы
"Салауат" плей-оффты еңелеүҙән башланы

Бөгөн континенталь хоккей лигаһында плей-офф уйындары башланды.Беҙҙең команда үҙ майҙанында Владивостоктың "Адмирал"ы менән тәүге уйында көс һынашты.

Әйтергә кәрәк, "юлаевсылар" бөтөн яҡтан да өҫтөнлөк итте, ысын мәғәнәһендә "геройҙарса алышты", әммә дәғүәсеһенең ҡапҡа һаҡсыһына "асҡыс" таба алманы.Беҙҙекеләрҙең оҫталыҡтары етеңкерәмәне.

Әлбиттә, был тәүге уйын, артыҡ бошонорға ла кәрәкмәйҙер, әммә команда етәкселегенә етди уйланырға урын бар.Әгәр артабан да шулай дауам итһә, еңеүгә өмөт юҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в