

Амур Зиннәтулла улы - Ниғәмәт ауыл биләмәһенең һәм райондың йәмәғәт тормошонда һәр саҡ әүҙем ҡатнашҡан, тыуған төйәген үҫтереүгә лайыҡлы өлөшөн индергән, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләгән ир-уҙамандарҙың береһе.Илһөйәр, телһөйәр замандаш булараҡ, ул барлыҡ көсөн урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтә, депутат булараҡ иһә һайлаусыларының наказдарын үтәүгә ҙур иғтибар бүлә.
Ниғәмәт ауыл биләмәһенең, Икенсе Этҡол ауылының йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, бер сара ла унһыҙ үтмәй.Сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, кәрәк икән матди ярҙам да күрһәтә.Ауылды төҙөкләндереү, зыяраттарҙы кәртәләп алыу, аллеялар булдырыу, подписка ойоштороу һәм ауыр хәлдә йәшәгән ғаиләләргә район баҫмаһын яҙҙырыу, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу кеүек бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүгә Амур Зиннәтулла улы тос өлөш индерә.
Билдәле шәхес, танылған педагог, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдиновтың яҡты рухына арнап үткәрелгән ижади конкурсты ойоштороуға тап Амур Зиннәтулла улы күп көс һала.Уның һәм урындағы ағинәйҙәр, китапхана, ауыл биләмәһенең тырышлығы менән конкурс ике тапҡыр ойошторолдо.
Әүҙем йәмәғәтсегә артабан да уңыштар юлдаш булһын, рух күтәренкелеге ташламаһын.Ысын депутат тап шулай була!