+21 °С
Болотло


Йыл йомғаҡтарына арналған район Советы ултырышында уның рәйесе Илдар Бәхтийәров депутат Айрат Ишбирҙинға муниципаль район Советының Почет грамотаһын тапшырҙы.Бындай юғары баһаға Айрат Айбулат улы үҙенең һайлау округында эште әүҙем алып барғаны, һайлаусыларының наказдарын үтәү буйынса маҡсатлы эшләүе арҡаһында лайыҡ булды.
Айрат Айбулат улын ҡала һәм район халҡы яҡшы һәм үҙ бурыстарын бик яуаплы атҡарған врач-терапевт, көндөҙгө стационар бүлеге мөдире булараҡ та яҡшы белә.
Айрат Ишбирҙин ҡала һәм райондың йәмәғәт тормошонан ситтә ҡалмай, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша.