+21 °С
Болотло


Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты директоры Илдар Салихйән улы Хәмитов 2022 йылда юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне, намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды.Юғары награданы Премьер-министр Андрей Назаров тапшырҙы.
Әйтергә кәрәк, Илдар Хәмитов етәкләгән Сибай институты Башҡортостандың мәғариф һәм фән өлкәһендә лайыҡлы урынды биләй, төбәк өсөн кәрәкле белгестәргә күп көс һала.
Илдар Салихйән ҡотлап, ижади ҡаҙаныштар, фән өлкәһендә уңыштар теләйбеҙ!