+24 °С
Ямғыр


Төркиәлә йәнә ер тетрәгән, был юлы 7,8 магнитудалы.
Ер тетрәү Төркиәнең үҙәк өлөшөндә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө 2-се 24 минутта булған, тип белдерҙе сейсмологтар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, бөгөн төндә Төркиәлә 7,7 магнитудалы ер тетрәү һөҙөмтәһендә 912 кеше үлгән, 5385-е яраланған.
Бынан тыш, был төндә Сүриәнең Алеппо, Латакия, Хама һәм Тартус провинциялары ла ер тетрәүҙән зыян күргән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең Төркиәгә һәм Сүриәгә ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.
Фото: Omer Yasin Ergin / Anadolu Agency via Getty Images.