

2023 йылдың 1 мартынан Башҡортостан мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, дауаханаларын һәм башҡа социаль учреждениеларын газ менән тәьмин итеү бушлай ойошторола.
Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Республика менән идара итеү үҙәгенән «Газпром төбәк-ара газ Өфө»нөң генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне.
«1 марттан хөкүмәттең технологик тоташтырыу тәртибе тураһында ҡарарына үҙгәрештәр көсөнә инә — йәғни беҙ белем биреү һәм медицина учреждениелары участкалары сигенә тиклем газды бушлай һуҙабыҙ. Был сығымдарҙы кәметергә һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙе еңеләйтергә тейеш», — тип билдәләне ул.
Газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә 2021-2025 йылдарҙа Башҡортостанда 25 меңгә яҡын йортҡа һәм 277 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү планлаштырыла.