+5 °С
Болотло
Былтыр Һөнәри белем биреү өлкәһен модернизациялау йылы сиктәрендә Баймаҡтағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжына капиталь ремонт үткәрелгәйне.Ремонт эштәре сентябрь айында башланып, декабрь башына тамамланды.Барлығы республика бюджетынан 56,5 млн һум аҡса бүленде.
Бөгөн яңыртылған һәм тулыһынса заман талаптарына яуап биргән уҡыу йортон асыу тантанаһы булды.Тантанала БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, БР һөнәри әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәлләмова, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.
Был хаҡта тулы репортажды гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.