Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ғинуар 2023, 21:50

"Салауат Юлаев" өмөттө аҡланы

Бөгөнгө уйында яратҡан командабыҙ халҡыбыҙ батыры исеменә тап төшөрмәне

"Салауат Юлаев" өмөттө аҡланы
"Салауат Юлаев" өмөттө аҡланы

Өфөлә "Салауат Юлаев" командаһы Ҡазандың "Аҡ барыҫ"ын ҡабул итте.Бик тә көсөргәнешле һәм ысын мәғәнәһендә плей-офҡа торошло уйында "юлаевсылар" һынатманы - овертаймда 2:1 иҫәбе менән еңеүгә иреште.

Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине, сөнки "Салауат" һуңғы дүрт уйын рәттән еңелеү кисереп, көйәрмәндәрен бер аҙ хафаға һалды.Ә инде иң принципаль дәғәүсеһен үҙ майҙанында ҡыйратыу төп бурыс булып тора.

Алға, "Салауат Юлаев"!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: