Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ғинуар 2023, 14:40

Үәт, әй!

Башҡортостанда ғалимдар махсус разведка өсөн пилотһыҙ осоу аппаратының прототибын уйлап тапҡан...

Үәт, әй!
Үәт, әй!

Башҡортостанда ғалимдар махсус разведка өсөн пилотһыҙ осоу аппаратының прототибын уйлап тапҡан. Һүҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының алдынғы инженер мәктәбе асышы хаҡында бара.

Әлеге ваҡытта аппарат функциональ һынау үтә, шунан һуң һынап ҡарау өсөн  хәрбиҙәргә тапшырыла.

Һынау уңышлы үткән осраҡта республикала ошондай аппараттарҙы сериялы сығарыуҙы яйға һалыу күҙаллана.

Башҡортостан ғалимдары уйлап сығарған пилотһыҙ осоу аппаратының оҙонлоғо — 300 миллиметр, ауырлығы — 155 грамм. 1,5 саҡрым алыҫлыҡҡа осорға мөмкин, осоу ваҡыты — 15 минутҡа тиклем. Пилотһыҙ осоу аппараты яҡынса 25-120 мең һум тора.

Был эш өҫтөнлөклө милли проекттың грант программаларына ярашлы башҡарыла. 

Фотоһүрәт - Өфө фән һәм технологиялар университеты сайтынан. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: