Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ғинуар 2023, 10:50

Йорттар йылы булыр

Республикабыҙ ер участкаларына тиклем газ һуҙыу буйынса сараларҙы үтәү буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында алдынғы урындарҙы биләй...

Йорттар йылы булыр
Йорттар йылы булыр

Башҡортостанда шәхси торлаҡ төҙөүгә ҡеүәтле этәргес биргән газ үткәреү программаһын тормошҡа ашырыуҙы төҙөлөшкә ярҙам сараларының береһе тип әйтергә мөмкин. Республикабыҙ ер участкаларына тиклем газ һуҙыу буйынса сараларҙы үтәү буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала раҫланған план-графикка ярашлы газ үтмәгән 1 439 тораҡ пункттағы 31 607 йортҡа газ үткәреү ҡаралған. Бөгөнгә халыҡтан 33 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән, шуларҙың 32 меңдән ашыуы буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: