Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 15:50

Силәбегә осабыҙмы?

Юлға 1 сәғәт 20 минут ваҡыт китә...

Силәбегә осабыҙмы?
Силәбегә осабыҙмы?

Utair авиакомпанияһының Өфөнән Силәбегә тура даими рейстары асыла. Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 февралдән тәүге пассажирҙар Өфө аэропортынан Уралдың сәнәғәт үҙәгенә – Силәбе ҡалаһына осорға мөмкин.

Рейстар аҙнаһына ике тапҡыр: шаршамбы һәм йома көндәрендә башҡарыла. 70 пассажирға иҫәпләнгән ATR-72 самолетында юлға 1 сәғәт 20 минут ваҡыт китә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: