Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2023, 14:50

Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн

Төп бурысыбыҙ  —  автомобиль аварияларына юл ҡуймау һәм транспорт ағымында хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау...

Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн
Кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов сиарттағы рейдтар хаҡында хәбәр итте.

«Ғәҙәттәгесә, ял көндәрендә дәүләт автоинспекцияһы рейдтар ойоштора. Төп бурысыбыҙ  —  автомобиль аварияларына юл ҡуймау һәм транспорт ағымында хоҡуҡ боҙоусыларҙы асыҡлау. Тикшереүҙә мөмкин тиклем күберәк хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша», — тип иҫкәртте ведомство етәксеһе.

Эскән водителдәр тураһында ла хәбәр итергә мөмкин, тине ул.

«Инспекторҙар уларҙы тотоу буйынса тейешле саралар күрергә әҙер», — тип билдәләне Владимир Севастьянов.

Баймаҡ ЮХХДИ-һы инспекторҙары ла сираттағы рейдҡа сыҡты. Был профилактик сара ял көндәрендә лә дауам итәсәк. Юл фажиғәләре булмаһын! Һәр водитель һәм йәйәүле өйөнә имен-һау ҡайтып етһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: