Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2023, 15:35

Етем балаларҙы хәстәрләп

Республика Хөкүмәте 23 йәше тулған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ҡарағандарға торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр биреү тәртибен раҫланы...

Етем балаларҙы хәстәрләп
Етем балаларҙы хәстәрләп

Башҡортостанда 945 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2022 йылғы мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Уҙған йылда республика ҡалалары һәм райондары 1,5 миллиард һумдан ашыуға торлаҡ һатып алыу өсөн килешеүҙәр төҙөгән. Был сумма 2021 йылдағы финанслауҙан 60% күберәк.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һүҙҙәренсә, федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән аҡса йөҙ проценты тиерлек тотонолған.

Республика Хөкүмәте 23 йәше тулған етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ҡарағандарға торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләүҙәр биреү тәртибен раҫланы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: