Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ғинуар 2023, 11:30

Берсә - һыуыта, берсә - йылыта

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә йылы була...

Берсә - һыуыта, берсә - йылыта
Берсә - һыуыта, берсә - йылыта

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә йылы була, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 19 ғинуарҙа, республикала яуым-төшөм булмай. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7, -12 градус. Таулы райондарҙа -2 градус.

Йома, 20 ғинуарҙа, Башҡортостанда йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -14, -19 градус, урыны менән -21, -26. Көндөҙ -7, -12 градус, таулы райондарҙа -2.

Шәмбе, 21 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -11, -16 градус, урыны менән -19, -24. Көндөҙ -5, -10 градус, таулы райондарҙа 0 градусҡа тиклем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: