Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2023, 09:55

Тағы һыуытырмы?

Республикала урыны менән -27 градусҡаса һыуытасаҡ...

Тағы һыуытырмы?
Тағы һыуытырмы?

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда урыны менән -27 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 16 ғинуарҙа, республикала аҙ болотло була. Яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 7-12 метр. Һауа температураһы көндөҙ -9,-14, урыны менән -4 градус.

Шишәмбе, 17 ғинуарҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус, урыны менән -27, көндөҙ -7, -12 градус.

Шаршамбы, 18 ғинуарҙа, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус, урыны менән -27, көндөҙ -7, -12 градус.

Әйткәндәй, ял көндәрендә үҙәк телевидение яңылыҡтарында Башҡортостанды быйыл иң һыуыҡ көндәр булған төбәктәрҙең исемлегендә әйтеп үттеләр. Ә бит ҡыштың бауыры оҙон. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: