Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар , 16:20

Исемен мәңгеләштереү өсөн

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты...

Исемен мәңгеләштереү өсөн
Исемен мәңгеләштереү өсөн

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә бер аҙна эсендә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Һуңынан беҙ күмәкләп йыйылып, бөтә тәҡдимдәрҙе тикшерербеҙ. Константин Борисович Дәүләт Йыйылышынан тәҡдимдәр индерҙе лә инде. Был йәһәттән төплө уйларға һәм Мортаза Ғөбәйҙулла улының хәтерен мәңгеләштерергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в