Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2023, 11:25

Арзанайҙымы?

Тоҙ, ҡарабойҙай, шәкәр ҡомо...

Арзанайҙымы?
Арзанайҙымы?

Башҡортостанда социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың төшөүе күҙәтелә. Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Республикағи идара итеү үҙәгенә сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.

Министр һүҙҙәренсә, тоҙ — 3%, һыйыр ите, ҡарабойҙай — 1,1%, сәй — 0,9 %, дөгө, шәкәр ҡомо 0,5% арзанайған.

«Беҙ 52 тауар буйынса хаҡтарҙы күҙәтеп барабыҙ. Республика халҡынан исемлеккә индерелмәгән тауарҙарға хаҡ артыуға ялыуҙар килһә, беҙ уларҙы ла исемлеккә индерәбеҙ һәм ҡарайбыҙ. Хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттырыу осраҡтары асыҡланһа, мәғлүмәтте тейешле саралар күреү өсөн контроль-күҙәтеү органдарына ебәрәбеҙ», — тип билдәләне Алексей Гусев.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: