Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 17:00

Төҙөлөш объекттары ҡаралды

Эльмир Латипов төҙөлөш объекттарын ҡараны...

Төҙөлөш объекттары ҡаралды
Төҙөлөш объекттары ҡаралды

Бөгөн беҙгә эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау буйынса начальник урынбаҫары Эльмир Латипов килде. Ул ҡалала һәм райондағы төҙөлөш объекттарын ҡараны.

Иҫке Сибай халҡы түҙемһеҙлек менән көткән яңы мәктәптең дә төҙөлөшө ҡаралды. Ул 375 урынлыҡ уҡыу учреждениеһы буласаҡ. Эльмир Латипов мәктәпте ҡараны, эштәр нисек башҡарылыуын, уның күләмен һәм маҡсатты тормошҡа ашырыу ваҡытын тикшерҙе.

Ул шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһындағы балалар поликлиникаһын һәм Боҙ һарайын, шулай уҡ Темәс ауылындағы тарих-крайҙы өйрәнеү музейын реконструкциялау барышы менән дә танышты.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в