Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар , 12:16

Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе арабыҙҙан китте

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов арабыҙҙан китте. Ғүмерен республикаға һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған алтын бағана ауҙы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе һәм патриоты ине. Ул етәкселек иткән осорҙа республика Рәсәйҙә иң алдынғылар рәтенә баҫты, Башҡортостан төбәктәрендә бығаса булмағанса ғәйәт ҙур эштәр атҡарылды.

Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе арабыҙҙан китте
Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе арабыҙҙан китте

Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе арабыҙҙан китте

Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов арабыҙҙан китте. Ғүмерен республикаға һәм халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған алтын бағана ауҙы.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе һәм патриоты ине. Ул етәкселек иткән осорҙа республика Рәсәйҙә иң алдынғылар рәтенә баҫты, Башҡортостан төбәктәрендә бығаса булмағанса ғәйәт ҙур эштәр атҡарылды.

Мортаза Рәхимов һәр саҡ ҡала һәм райондарҙа булып, халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше менән яҡындан танышты, даими рәүештә объекттарҙы асыуҙа шәхсән ҡатнашты.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Урал аръяғы райондарына етди иғтибар бүлде, даими рәүештә беҙҙең төбәктә эш сәфәре менән булды. Журналист сифатында Республика Президентының беҙҙең районға эш сәфәрҙәрен күп тапҡырҙар яҡтыртырға тура килде. Мортаза Рәхимовтың шул тиклем ябай, кешелекле, йор һүҙле, хәтеренең яҡшы булыуы, биргән вәғәҙәһен һәр саҡ үтәүе хайран ҡалдыра торғайны.

Бер саҡ шулай республика етәксеһе Баймаҡҡа эш сәфәре менән килде. Билдәле, ҡала һәм район иҡтисадында ҙур роль уйнаған предприятие булараҡ, Баймаҡ машиналар эшләү заводына ла һуғылмай ҡалманы. Машинанан төшкәс тә, уны көтөп торған һәр кемебеҙ менән ҡул биреп һаулыҡ һорашты. Тәжрибәле коллегам, “Баймакский вестник” гәзитенең сәнәғәт һәм ҡала хужалығы бүлеге мөдире Әсҡәт Байназаров янында туҡтап, бер аҙ һөйләшеп торҙо. Һуңынан Әсҡәт Әхмәт улынан Президенттың нимә тураһында ҡыҙыҡһыныуын һораштым. “Һаман эшләп йөрөйһөңме әле? Ярай-ярай, афарин, артабан да имен-һау эшлә, халыҡты матур мәҡәләләрең менән ҡыуандыр!” - тип әйтте тине ғорур ғына Әсҡәт ағай. Шул саҡта Президенттың ябай кешеләрҙе лә онотмауы, хәтерендә тотоуы мине хайран ҡалдырҙы. Әйткәндәй, Әсҡәт Байназаров бик абруйлы, үҙ эшен камил белгән талантлы һәм тәжрибәле журналист ине, юғары даирәләге етәкселәрҙең эш сәфәре барышында уларҙы оҙатып йөрөү һәм мәҡәлә яҙыу бурысы һәр саҡ уға ышанып тапшырыла ине.

Баймаҡ һабантуйҙарына ла йыш килде Мортаза Рәхимов, һәр саҡ уны таҡмаҡ-йыр менән ҡаршы алған ағинәйҙәрҙе, коллективтарҙы, халыҡты ҡыуандырып, бейергә төшөп китә ине. Объекттар тураһында әйтеп тә тормайым, уларҙы асыуҙа шәхсән үҙе ҡатнашты. Ҡатнашты ғына түгел, халыҡтан уларҙың йәшәү рәүеше менән ҡыҙыҡһынды, проблемаларын һорашты һәм уларҙы тиҙ арала хәл итеү бурысын йөкмәтә ине.

Баймаҡта Урал аръяғы райондарының хакимиәт башлыҡтары менән осрашыуҙа Президент төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә үткәреп, һәр етәксенән урындағы проблемаларҙы һорашты. Мәсьәләләрҙең шунда уҡ хәл ителеүе, кәрәкле объект өсөн етерлек аҡса бүленеүе һәм Хөкүмәткә уларҙы тиҙ арала тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйылыуы хайран ҡалдырҙы.

Мортаза Рәхимов халыҡ, республика мәнфәғәте өсөн йәшәне, янды-көйҙө, әммә бер ҡасан да һынманы-бөгөлмәне. Үҙ халҡының ғорур, сая, бөйөк улы булып ҡалды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Салауат Юлаев кеүек бөйөк шәхестәр рәтендә мәңге халыҡ хәтерендә һаҡланыр...

Азамат Мөхәмәтшин. 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас в