Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Декабрь 2022, 09:50

Ҡышҡы шау-шоу!

2023 йылдағы беренсе Ғаилә ялында ҡатнашыусыларҙы спорт эстафеталары һәм конкурстар, бейеү флэшмобы һәм ҡайнар сәй көтә...

Ҡышҡы шау-шоу!Ҡышҡы шау-шоу!
Ҡышҡы шау-шоу!

4 ғинуарҙа Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Ҡышҡы шау-шыу» ойошторола, тип хәбәр иттеләр республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, яңы йыл каникулдары — ғаилә менән әүҙем ял итеү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Һыуыҡ көндә ҡышҡы уйындар иммунитетты нығыта, туғандарҙы һәм яҡындарҙы бергә туплай, бер йылға етерлек ыңғай тәьҫораттар һәм матур хәтирәләр бүләк итә.

2023 йылдағы беренсе Ғаилә ялында ҡатнашыусыларҙы спорт эстафеталары һәм конкурстар, бейеү флэшмобы һәм ҡайнар сәй көтә.

Һүрәттә: Ишмырҙа ауылының Боҙ ҡаласығынан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас