+24 °С
Ямғыр


2022 йылда Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡ Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы ике тапҡыр - 1 июлдә һәм 1 декабрҙә арттырылды. Йәғни киләһе йылдың йәйендә планлаштырылған индексация ағымдағы йылдың аҙағына күсерелде. Шуға күрә федераль кимәлдә 2024 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә хаҡты күтәрмәҫкә хәл ителде.
«Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының социаль-иҡтисади үҫеш прогнозында 2023 йылда коммуналь хеҙмәттәргә тарифты индексациялау 0% тәшкил итә тип яҙылған. 2024 йылдың июленән генә тарифтар үҙгәреүе көтөлә», - тине республика ведомствоһы етәксеһе Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк.