Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Декабрь 2022, 05:10

Яңы рәйес һайланды

34 йәшлек яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланды...

Яңы рәйес һайландыЯңы рәйес һайланды
Яңы рәйес һайланды

34 йәшлек яҙыусы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайланды.

Бөгөн Яҙыусылар союзының XIX съезында ул күпселек тауыш менән етәксе итеп тәғәйенләнде.

Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улы 1988 йылдың 27 октябрендә Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуған. 2014 йылдан - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, 2008 йылдан - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы. 

2015 йылда «Ҡалдырма, әсәй!» китабы өсөн Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

2020 йылдың февраленән - «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире.

Айгиз Ғиззәт улына яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас