+24 °С
Ямғыр


Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 19 декабрҙә, республика биләмәһендә боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы көтөлә. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Һауа температураһы төндә -5, -10, көндөҙ 0, -5 градус.
Водителдәргә алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Юлға сыҡҡан осраҡта тиҙлек режимын, транспорт араһында хәүефһеҙ арауыҡты һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә, телефондан һөйләшмәҫкә кәрәк. Яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек запасы, йылы әйберҙәр мотлаҡ булырға тейеш.