+21 °С
Болотло


Сосновка бәләкәй ауыл булһа ла, ауыл халҡы төрлө акцияларға әүҙем ҡушыла. Был уларҙың берҙәмлеген күрһәтә.
Сосновкалар <Сәләмәт ауыл> акцияһына ҡушылып һәм <Һаулыҡ> милли проекты сиктәрендә саф һауала күңелле спорт сараһы үткәрҙе. Уға бар теләгәндәр ҡушылып, скандинав йөрөшө менән үтте. Был спорт төрөн үҙ иткәндәр уның һаулыҡ өсөн бик файҙалы икәнлеген билдәләп үтте.