Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2022, 06:30

ЮНЕСКО исемлегенә инделәр

Башҡортостандың Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыу өсөн объекттарҙың яҡынса исемлегенә индерелде...

ЮНЕСКО исемлегенә инделәрЮНЕСКО исемлегенә инделәр
ЮНЕСКО исемлегенә инделәр

Башҡортостандың Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыу өсөн объекттарҙың яҡынса исемлегенә индерелде. Был хаҡта республика етәксеһе хакимиәтенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә хәбәр ителә.

«ЮНЕСКО – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының абруйлы ойошмаларының береһе, конъюктураға ҡарамаҫтан, шихандарҙың үҙенсәлекле булыуын, уларҙың юғары ҡиммәтен һәм әһәмиәтен таный», – тиелә хәбәрҙә.

Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү – ул шихандарҙы һаҡлап ҡалыу ысулы ғына түгел. Был донъя даны һәм һөҙөмтәлә ҡеүәтле иҡтисади стимул.

«Ыңғай ҡарар көтәбеҙ һәм туристик инфраструктураны үҫтереүҙе дауам итәбеҙ», – тип йомғаҡ яһанылар Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас