Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2022, 15:24

Һөт продукцияһына хаҡ артты

Йәкшәмбе баҙарында бөгөн тап ошо хәл күҙәтелде.Сауҙа итеүселәр быны илдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы менән бәйләй

Һөт продукцияһына хаҡ арттыҺөт продукцияһына хаҡ артты
Һөт продукцияһына хаҡ артты

Баймаҡ ҡалаһындағы йәкшәмбе баҙарында һөт ризыҡтарына хаҡтар артты.Хәҙер инде һөттөң 1,5 литрын - 120, ҡатыҡты - 80, 0,5 литр ҡаймаҡты - 300, бер баш ҡоротто - 120, ҡыҙыл эремсекте - 130, 1 кг аҡ эремсекте - 170, 1 кг һыйыр майын 800 һумға һатып алырға мөмкин. 

Картуфҡа ла хаҡ күтәрелде - ҙур биҙрәһенә 400 һум һоранылар.

Ә бына башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡтар шул кимәлдә ҡалды.Йомортҡаның тиҫтәһе - 100, ауыл икмәге - 100-150, кәбеҫтә - 20 һум.Ҡаҙ итенең килограмы - 600, күркәнеке - 500, бройлерҙыҡы - 350 һум.

Һыйыр итен - 350-550, йылҡыныҡын 500 һум менән алырға мөмкин булды.

Миҙгелле тауар - быйма ла шәп үтә.Уны, төрлө үлсәмдәренә ҡарап, 1000-2500 һум менән тәҡдим иттеләр.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас