Новости
9 Декабрь 2022, 12:15

Рейдтар дауам итә

Ял көндәрендә Башҡортостанда юл фажиғәләрен иҫкәртеү буйынса ЮХХДИ рейдтары үткәреләсәк...

Рейдтар дауам итәРейдтар дауам итә
Рейдтар дауам итә

Ял көндәрендә Башҡортостанда юл фажиғәләрен иҫкәртеү буйынса ЮХХДИ рейдтары үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Тикшереү барышында иҫерек водителдәрҙе һәм балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарына айырыуса иғтибар бүленә. Ведомствоның күп кенә хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә.

«2022 йылдың 11 айында республика юлдарында 3200-ҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 380 кешенең ғүмере өҙөлгән, 3950-һе төрлө  йәрәхәттәр алған», — тип билдәләне Владимир Севастьянов.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас