+21 °С
Болотло


Бөгөн ҡаланың үҙәк майҙанында Ватан Геройҙары көнөнә арналған сара үтте. Район хакимиәте башлығының урынбаҫары Айнур Кәримов һүҙ алып, барыһын да үҙенсәлекле һәм әһәмиәтле көн менән ҡотланы. Артабан ул хәрби хәрәкәттәр ветерандарына бүләктәр тапшырҙы.
Майҙанда йыйылғандарҙың бергәләп Рәсәй гимнын йырлауы бигерәк тә әһәмиәтле булды. Артабан халыҡ ижады үҙәге артистары әҙерләгән илһөйәрлек рухындағы шәп концерт булды.
А. Юлдашбаев фотоһүрәте.