+24 °С
Ямғыр


Бөгөнгө иртә баймаҡтар өсөн бигерәк тә әһәмиәтле булды. Сөнки Баймаҡ районы халҡы исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ өсөн алынған УАЗ автомобиле ғәскәрҙәребеҙ урынлашҡан урынға оҙатылды.
Оло өмөт, ышаныс, изге теләктәр менән ебәрелгән транспорт яугирҙәребеҙгә ҙур һәм кәрәкле ярҙам булһын, тине район башлығы Фәнис Әминев.
Автотранспорт менән бергә ир-егеттәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр ҙә ебәрелде.