Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
30 Ноябрь 2022, 06:00

Иртәгәнән хаҡтар арта

1 декабрҙән Башҡортостанда электр энергияһына хаҡ уртаса 9% күтәрелә, газға иһә 8,5%. Һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, йылытыу, сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре лә ҡиммәтләнә, ләкин 9% артырға тейеш түгел...

Иртәгәнән хаҡтар артаИртәгәнән хаҡтар арта
Иртәгәнән хаҡтар арта

2022 йылдың 1 декабрендә илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар индексациялана. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 14 ноябрендәге 2053-сө Ҡарарына ярашлы, республикабыҙҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр уртаса 9% арта.

1 декабрҙән Башҡортостанда электр энергияһына хаҡ уртаса 9% күтәрелә, газға иһә 8,5%. Һыу менән тәьмин итеү, һыу бүлеү, йылытыу, сүп-сар сығарыу хеҙмәттәре лә ҡиммәтләнә, ләкин 9% артырға тейеш түгел.

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең тарифтарҙы индексациялау ваҡытын 2023 йылдың 1 июленән 2022 йылдың 1 декабренә күсереү тураһында ҡарары илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың өҙлөкһөҙ эшен һәм инфраструктураһы үҫешен тәьмин итеү, халыҡҡа сифатлы коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү кәрәклеге менән аңлатыла.

Бынан һуң тарифтар 2024 йылдың 1 июленә тиклем индексацияланмай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас