+24 °С
Ямғыр


Һәр шәмбе "Континент" сауҙа үҙәге биләмәһендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәһендә һөт
ризыҡтарына, башҡа аҙыҡ-түлеккә һәм тауарҙарға хаҡтар үҙгәрмәне.Ә бына иткә хаҡтарҙың кәмеүе күҙәтелде.Мәҫәлән, һыйыр итен 350-500 һум менән һатып алырға мөмкин булды.Йылҡы итенең килограмына 450-550 һум һоранылар.Бер тоҡ арпаны - 500, бойҙайҙы 600 һумға һаттылар.
Ауыл хужалығы йәрминкәләре артабан да дауам итәсәк.