Новости
27 Ноябрь 2022, 09:52

Баҙарҙа хаҡтар нисек?

Йәкшәмбе баҙарында ит тә, һөт ризыҡтары ла, башҡаһы ла күп булды

Баҙарҙа хаҡтар нисек?Баҙарҙа хаҡтар нисек?
Баҙарҙа хаҡтар нисек?

Бөгөн Баймаҡтағы йәкшәмбе баҙарында ауыл хужалығы продукцияһына  хаҡтар үткән аҙналағы кимәлдә ҡалды.Атап әйткәндә, һөт ризыҡтарына, йомортҡа, икмәк һәм башҡаһына үҙгәрмәне.

9 литр биҙрәләге картуф өсөн был юлы 300 һум һоранылар.Миндектең парын һәмәндәр 150 һум менән һатты (башҡа урында - 200 һум).

Һыйыр итен 400-550 һум менән  тәҡдим иттеләр, йылҡы ите - 500-580 һум.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас