+21 °С
Болотло


Сосновка ауылы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сәләмәт ауыл-2022" конкурсында ҡатнаша.Һәм бөгөн улар ошо проект сиктәрендә Әсә көнөнә арналған сара ойошторҙо.Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын клубҡа йыйып, кисәне ойоштороусылар донъялағы иң изге затҡа дан йырланы, концерт ҡуйҙы, үҙҙәренең ихтирамын күрһәтте.
Клуб фойеһында оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе эшләне, "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу ойошторолдо.
Сосновка ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы Илфат Мусин тәбрикләне, иң-иңдәргә хакимиәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.Шулай уҡ ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
Саранан репортажды гәзиттең киләһе һанында уҡырһығыҙ.