Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь , 14:45

Йыл композиторы

Быйыл февралдә ҡапыл вафат булған композитор һәм баянсы Илшат Яхин йыл композиторы тип иғлан ителде...

Йыл композиторы
Йыл композиторы

Быйыл февралдә ҡапыл вафат булған композитор һәм баянсы Илшат Яхин йыл композиторы тип иғлан ителде. «ЮлдашХит-2022» башҡорт эстрадаһы фестивалендә уға ошондай исем бирҙеләр.

Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, «ЮлдашХит-2022» фестиваленең финалы уҙҙы. Концертта хит-парадта ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Тамашасылар һөйөүен Иҙел Нурғәлин яуланы, ул шулай уҡ «Юлдаш» радиоһының халыҡ артисы тип танылды.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в