Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2022, 17:00

Боҙло ямғыр һорағайнығыҙмы?

23 ноябрҙә көндөҙ һәм 24 ноябрҙә тәүлек буйына республикала ҡар, епшек ҡар яуыуы, 24 ноябрҙә төндә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғыр, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә...

Боҙло ямғыр һорағайнығыҙмы?
Боҙло ямғыр һорағайнығыҙмы?

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 ноябрҙә көндөҙ һәм 24 ноябрҙә тәүлек буйына республикала ҡар, епшек ҡар яуыуы, 24 ноябрҙә төндә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғыр, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етеүе, буран, юлдарға көрт һалыуы көтөлә.

Һауа температураһы төндә -10, -15 градус, аяҙытҡанда -18, -23, көндөҙ -2, -7, республиканың төньяҡ-көнсығышында -12. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында томан, көндөҙ ҡар яуғанда 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Әйткәндәй, бөгөн Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә боҙло ямғыр күҙәтелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: