-5 °С
Болотло
Дүрт көн дауамында барған күмәртә күргәҙмә-йәрминкәлә Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Европа Союзы илдәре ҡатнашҡан форумға БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла барҙы.Делегация составына "Экопродукт" предприятиеһы директоры Рим Хафизов та инде.
"Экопродукт" күргәҙмәлә Баймаҡ ҡымыҙын, киптерелгән бейә һөтөн һәм ҡымыҙын тәҡдим итте.Сит ил ҡунаҡтары баймаҡтарҙың продукцияһын юғары баһаланы, матбуғат саралары ла был хаҡта киң яҡтыртты.Афарин!