+21 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика муниципалитеттары етәкселәренә Яңы йыл байрамы осоронда мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың балаларына етди иғтибар бүлергә ҡушты.
«Алда барлыҡ ғаиләләр өсөн мөһим ваҡиға — Яңы йыл. Ирекле батальондар хәрбиҙәренең һәм мобилизацияланғандарҙың балаларына байрам мөхитен булдырырға тейешбеҙ. Уйлашығыҙ, был эште алып барырға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, республика Яңы йыл шыршыһы 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.